Ингредиенттары:
200 гр аҡ май
3-4 аш ҡалағы шәкәр
10 гр ванилле шәкәр
3 йомортҡа
семтем тоҙ
1/2 балғалаҡ сода
1/2 балғалаҡ лимон һуты
350-400 гр он
⠀
Эслек:
2 йомортҡа
3-5 аш ҡалағы шәкәр
бысаҡ осонда ғына ванилин
200 гр ҡаймаҡ
2 аш ҡалағы он
теләгән күләмдә емештәр.
Майҙы шәкәр һәм ванилле шәкәр менән туҡыйбыҙ.
Ошонда уҡ тоҙ, сода һәм лимон һутын өҫтәйбеҙ.
Он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
Форманың төбөнә пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Унан ҡамырҙы ҡул менән баҫҡылап табаға һалып йәйәбеҙ.
Эсенә миксер менән туҡылған эслекте ҡоябыҙ ҙа емештәрҙе теҙеп һалабыҙ.
Бәлештең сит яғын саҡ ҡына эскә ҡарай бөгөп ҡуябыҙ.
Бәлеш асыҡ килеш бешерелә.
180 градус эҫелектәге духовкала 1 сәғәт тирәһе бешереп алабыҙ.
Табынға был бәлеште һыуынғас ҡына бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!