Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
25 Января 2022, 07:10

"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты

#Һаҡмар_рецептар Был "Ҡырмыҫҡа иләүе"н бешерергә кәрәкмәй. Ни бары артып ҡалған печенье ла етә. Тулыраҡ рецепты һәм видеоны сайттан ҡарап була.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ингредиенттары: 

180-200 гр печенье

360 гр бешерелгән сгущенка (1 банка)

50 гр сәтләүек (ниндәй булһа ла бара) 

Кокос онтағы, шоколад, сәтләүек (теләк булғанда биҙәр өсөн) 

 

Печеньены туҡмас таяҡ йә блендер менән онтап алабыҙ, тик үтә ныҡ түгел.  Уға бешерелгән сгущёнканы, онталған сәтләүекте ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.

Килеп сыҡҡан ҡатнашманы үҙебеҙгә оҡшаған форма менән әүәләйбеҙ. Өҫтөн кокос онтағы менән йә шоколад иретеп ҡойоп биҙәйбеҙ.

Әҙер тәмлекәстәрҙе һыуытҡысҡа 1-2 сәғәткә ултыртып торабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина