Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
25 Января 2022, 05:45

Тәмле лә, файҙалы ла

Көс биреүсе ризыҡ булып һанала

25 метрлыҡ пальмаларҙа үҫкән финиктар нисәмә быуат буйы кешелектең яратҡан ризығы булып ҡала. Ғәрәп илдәрендә ул көс биреүсе икмәк булып һанала. Сөнки емештәр кипкән килеш тә бар витаминдарҙы һәм минералдарҙы һаҡлай. Финикты ашағандан һуң 20 минут үткәс тә кешегә хәл инә башлай. Сөнки ул бик күп энергия бирә. Финик кешене инсульт һәм инфаркттан һаҡлай. Ябығырға теләгән кешеләр ҙә финик ашай ала. Тик көнөнә 6 бөртөктән күп түгел. Шәкәр диабеты менән ауырығандарға финикты һаҡлыҡ менән ашарға кәрәк. 

Финиктар ныҡ татлы булһа ла, унда буш калориялар юҡ. Калий, магний, тимер һәм башҡа витаминдарға бай финиктар бала тапҡан ҡатындар өсөн дә бик файҙалы. Был уларға тиҙ арала хәл йыйырға ярҙам итәсәк. 

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас