Файҙалы кәңәштәр
24 Января 2022, 13:55

Һыуҙы дөрөҫ эсәһеңме?

Һыуҙы ла дөрөҫ эсә белергә тейешбеҙ икән. Мәҫәлән, һыуҙы аяҡ өҫтө тороп эсһәң, артыҡ файҙа килтермәй. Һыуҙан мөмкин тиклем күберәк файҙа алырға теләһәң, түбәндәге 5 ҡағиҙәне үтәү мөһим.... 

Һыу эсеүҙән ни фәтеүә? 

Кешенең организмы 75 процент һыуҙан тора. Быны беҙҙең барыбыҙ ҙа ятлап бөткәнбеҙҙер ул. Ә бына ғүмер ахырында кешенең тәнендә ни бары 50 процент ҡына һыу ҡалыуы тураһында беләһегеҙме?

Йәшәүе еңел булһын өсөн беҙҙең организмға етерлек кимәлдә һыу кәрәк. Ҡан әйләнешенә, мейе эшмәкәрлегенә, йөрәккә һәм башҡа тән ағзаларына һыу кәрәк. 

Ошо һанап үтелгәндәрҙең береһе генә булһа ла тап килһә, тимәк кисекмәҫтән һыу эсә башлар кәрәк. 

1. Шештәр - һеҙҙә йыш ҡына тирегеҙгә угри, акнэ сыға, шешмәкләп тора, ҡайһы саҡ күҙегеҙ ҡыҙара. 


2. Ҡоролоҡ - сәстәрегеҙ, бит тирегеҙ, ҡул тиреһе ҡапыл ғына ҡоро булып китте. Иренегеҙ ҙә йыш кибә. 


3. Бәүел (һейҙек) төҫө - таңға һеҙҙең һейҙек төҫө асыҡ һары төҫтә түгел, киреһенсә ҡараһыу һары төҫтә. 

4. Тәүлектән ашыу оло ярау итмәнегеҙ. 

5. Тирләү, йәғни һеҙ бөтөнләй тирләмәйһегеҙ, йә бик һирәк тирләйһегеҙ.

Ошо һанап үтелгәндәрҙең береһе генә булһа ла һеҙгә тап килһә, һыу эсә башлар кәрәк.

 

Шулай ҙа кеше организмына күпме һыу кәрәк? 

Көн дә күпләп һыу эсеү ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш. Был турала күп ишеткәнегеҙ барҙыр. Шулай ҙа күпме һыу эсер кәрәк? 

Яңылышмаҫ өсөн ошо формуланы тәҡдим итәбеҙ: кешенең 1 кг тән ауырлығына 30-40 мл һыу тап килергә тейеш. Мәҫәлән, 60 кг  тән ауырлығы булған кешегә кәм тигәндә 30 х 60 = 1800 мл һыу эсер кәрәк. Быныһы кәм тигәндә! 

Әлбиттә артыҡ һыу ҙа зарар килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, тән ауырлығы 100 кг булған кеше бер нисек тә 3 литр һыуҙы эсеп бөтә алмай. Шуға ла белгестәр күп осраҡта 2.5 литр һыу менән сикләнергә кәңәш итә. Юғиһә файҙа урынына зарар килтереүгеҙ ихтимал.

Шулай уҡ хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: һыу - ул һыу. Уны башҡа төрлө шыйыҡса менән алмаштырырға ярамай, хатта сәй менән дә. 

Һыуҙы дөрөҫ эсәйек

Һыу эсеү ҡағиҙәһен ҡалыпҡа индереп алыр алдынан күптәр онота. Онота ла көн уртаһында һыу алырға кранға йүгерә. Тиҙ генә 2-3 стакан һыуҙы һемереп тә ҡуя. Көндәлек норманы шулай тултырырға тырыша. Әммә...

Ҡағиҙә бар! 

Ҡағиҙәләр: 

1. Һыуҙы ашап ултырғанда эсергә ярамай. Ашарҙан алда 40 минут алда, ә ашағандан һуң 1.5 сәғәттән һуң ғына эсергә ярай. 

2. Һыуыҡ һыу урынына йылы һыу эсергә. Боҙло һыу эсәктәрҙәге ферменттарҙы туңдыра. Бынан тыш ҡан тамырҙарын ҡыҫа.  Ә был етерлек матдәләрҙе организмыбыҙ ала алмай тигәнде аңлата. Был ҡағиҙәне айырыуса, ауырға ҡалырға теләгән ҡатындар иҫтә тотһон.

3. Һыуҙы әҙ-әҙләп кенә эсергә кәрәк. Юғиһә бөйөргә ауырға төра килә. 

4. Һәр уртлам һайын ауыҙҙа һыуҙы бер аҙ тотоп тороғоҙ. 

5. Йоҡонан торғас та йылы һыуҙы эсегеҙ. 10-20 минутлап көтөргә кәрәкмәй. Был тәнде "эшкә егә" 

6. Һыуҙы улитырып ҡына эсегеҙ. Аяҡ өҫтө тороп һемерергә кәңәш ителмәй.

Был ҡағиҙәләрҙе тотҡанда үҙегеҙҙә бер айҙан һиҙелерлек үҙгәрештәрҙе тойорһоғоҙ. Иренегеҙ кибеп аптыратмаҫ, сәстәрегеҙ йылҡылдап китер. Көсөгөҙ, дәртегеҙ ташып торор! 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас