Файҙалы кәңәштәр
24 Января 2022, 07:15

Тултырылған картуф

#Һаҡмар_рецептар Төшкөлөккә тултырылған картуф бешерәйек. Тәмле лә, тиҙ ҙә була.  Ашығыҙ тәмле, табындарығыҙ йәмле булһын! 

 
 
 
Тауыҡ итен шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа тәмләткестәр менән ҡушып бутайбыҙ. Бер аҙ зәйтүн майын һибәбеҙ өҫтөнә. 
 
Противенға картуфты теҙеп һалабыҙ. Унан сырҙың яртыһын һалып сығабыҙ. Сыр өҫтөнә тауыҡ ите һалына. 
 
Айырым һауытта томат пастаһына һыу ҡушып болғатабыҙ. Бер аҙ тоҙлар кәрәк. Унан итле картуф эсенә ҡойоп сығабыҙ. Аҙаҡ ҡалған сыр менән ҡаплап ҡуябыҙ. 
 
180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ. 
 
Әҙер картуфты йәшелсә менән биҙәп табынға бирәбеҙ. 
 
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас