+13 °С
Дождь
Был хачапурины 100 гр сырҙан, 100 гр ҡаймаҡтан, 1 йомортҡанан, 1 аш ҡалағы ондан, тәмләткестәрҙән ( укроп, тоҙ, борос), үҫемлек майынан бешерәләр.
Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Укропты ваҡ итеп турайбыҙ. Сыр, ҡаймаҡ, йомортҡа, он һәм укропты бергә һалып болғатабыҙ. Тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ, йәнә бутайбыҙ.
Үҫемлек майын ҡойоп, табаны ҡыҙҙырабыҙ. Унан был ҡатнашманы ҡоябыҙ.
Хачапуриның ике яғын да 10-ар минут тирәһе бешереп алабыҙ. Һыуынғас киҫәкләп ҡырҡҡылайбыҙ. Артыҡ майын ҡағыҙ таҫтамал менән сығарып алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!