+10 °С
Облачно
Тал ҡайыры — тәбиғи аспирин. Бер балғалаҡ кипкән, онталған ҡабыҡты бер стакан ҡайнар hыу ҡойоп, төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр, аш алдынан өстән бер өлөшөн эсергә. Тәүҙә 2-3 көн иртәнсәк бер тапҡыр ғына эсеп ҡарарға кәрәк. Ҡапыл күп эсhәң, табан яна башлай — ҡан шәберәк йүгерә. Тал ҡабығын апрелдә алырға, хәҙер ҙә мөмкин. Йәш, йомшаҡ, былтырғы үҫеп сыҡҡан сыбыҡтан, ҡаратал бигерәк тә яҡшы, булмаhа — hарыhы ла бара.
Фото интернеттан алынды.