Һаҡмар
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
21 Ғинуар 2022, 14:55

Ҡорот бик тәмле бит ул

Баҡһаң, ҡыҙы менән кейәүе Израиль ҡалаһында йәшәйҙәр икән. Бәпәй тапҡандан һуң ҡыҙының хәле насарая башлаған.

Ишмырҙа ауылына апайыма хәл белешергә барҙым. Аят уҡытты. Икәүләп ҡалғас, “Һатыуға сығарған һөт-ҡоротоң һәр саҡ үтәме?”-тип һораным. “Эйе, хатта ҡайһы саҡта өйгә килеп алалар”.-тине лә бер хәлде һөйләне.

Бер йыл һыйырымдың һөтө кәмене. Запасҡа тип йыйылған кипкән ҡоротто соланға элдем. Күп тә үтмәне бер танышым килеп инде лә: “Флүрә ҡоротоң юҡмы? Барыһын да һатып алам”,-тине. Баҡһаң, ҡыҙы менән кейәүе Израиль ҡалаһында йәшәйҙәр икән. Бәпәй тапҡандан һуң ҡыҙының хәле насарая башлаған. Израиль врачы: “Ата-әсәйеңә әйт – ҡорот ебәрһендәр”,- тигән. Былар ҡоротто ҙур ыҙалыҡ менән посылка аша ебәрҙе. Һуңынан танышым килеп рәхмәт әйтте. Ҡыҙына ҡорот килешкән – йүнәлгән. Үҙ ризығыбыҙ ситтә айырыуса ҡәҙерле шул.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас