Файҙалы кәңәштәр
21 Января 2022, 14:00

Бик тәмле

Тәмле лә, туҡлыҡлы ла

400 грамм балыҡ ите (ҡылсыҡһыҙ), бер багет (нәҙек батон), ярты литр һөт, бер баш һуған, 100 грамм ҡаты сыр (оҡшағаны), 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ (майонез да бара), 50 грамм аҡ май, ярты балғалаҡ тоҙ, тәменә ҡарап йәшелсә (укроп, һуған, петрушка һ.б.), борос.

Балыҡты йыуып, ҡылсыҡ-һөйәгенән айырып алып йыуабыҙ, киптерәбеҙ һәм шаҡмаҡлап (ваҡ итеп), эре һуғанды ваҡлап, йәшелсәне лә турайбыҙ. Табаҡта туралған балыҡты, һуғанды, укропты, тоҙҙо ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Багетты яҡынса 5 см ҡалынлыҡта ҡырҡҡылайбыҙ. Табаны аҡ май менән майлайбыҙ. Икенсе һауытҡа һөт ҡоябыҙ ҙа, батонды һалабыҙ ҙа 5 минут тирәһе көтәбеҙ. Батон һөттө һеңдерергә тейеш. Бынан һуң уртаһын тишеп, стакан яһайбыҙ. Тишекте эслек менән тултырып, өҫтөнә аҡ май һалабыҙ.
Табаға әҙер бөйөрөктәрҙе теҙеп һалып, духовкаға ултыртабыҙ. 180 градуста 40 минут бешереп алабыҙ. Ҡыҙарған бөйөрөктәр өҫтөнә эре ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ ҙә, ҡабаттан духовкаға ултыртабыҙ. 5 минуттан бөйөрөктәр әҙер була.

Г. Салихова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас