Коронавирус сикләүҙәре менән риза булмаған яҡташыбыҙ эш биреүсеһен судҡа биргән. Ул Башҡортостанда нефть компанияһы водителе булып эшләгән. 2021 йылдың 25 октябрендә уға 1 ноябргә тиклем прививка яһатырға кәрәклеге хаҡында иҫкәрткәндәр. Кире осраҡта уны хеҙмәт хаҡы алмайынса эштән ситләтеләсәк, тип белдергәндәр. Водитель 17 ноябрҙә ул эштән ситләтелгән. Шунлыҡтан ул бының менән риза булмай, аҡсалата компенсация түләһендәр өсөн судҡа биргән. Судта ул: "Прививканан баш тартыу - үҙ ихтыярым", - тигән. Әйткәндәй, уның вакцина яһатыуға ҡаршы медицина тыйыуҙары юҡ.
Хеҙмәткәр судта еңелгән, сөнки уны эштән ситләткән ваҡытта эш биреүсе ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарына ярашлы эш иткән.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото интернеттан алынды.