Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
18 Января 2022, 07:11

Чебурек

#Һаҡмар_рецептар  Ҡәҙерле дуҫтар! Төшкөлөккә тәмле итеп чебурек бешерәйек.  Бының өсөн... 

Чебурек бешерер өсөн 200 мл һыу, тулы булмаған бер балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ шәкәр, 1 аш ҡалағы уксус йә араҡы, 2.5 стакан он алына. 

Эслек өсөн 350 гр һуғанлы фарш, тоҙ, ҡара борос, тәменә ҡарап зира, 50-75 мл һыу кәрәк була. 

Бешереү өсөн үҫемлек майы. 

Ондо иләп, тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. Уртаһына соҡор яһап, һыу менән уксус ҡоябыҙ. Башта сәнске менән болғайбыҙ, унан ҡул менән ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ҡаплап торабыҙ. 

Хәҙер инде ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйбеҙ. Унан ҡабаттан конверт кеүек бөкләп, шарҙар әүәләйбеҙ. Унан 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Был арала фарш әҙерләй торабыҙ. Булған ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Унан бер аҙ ваҡыт һыуытҡыста ултыртып торабыҙ. 

Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ. Майҙы ул арала ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ. Һәр киҫәкте әүәләп, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Унан форма менән ҡырҡабыҙ. Матур ғына йәймә килеп сығырға тейеш. Ярты яғына фарш йәйеп һалабыҙ. Икенсе яғы менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. Сит яғын йәбештергәс, сәнске менән баҫҡылап сығабыҙ. 

Әҙер чебурек ус ҙурлығында булырға тейеш. 

Ҡайнап торған майҙың утын ҡыҫабыҙ ҙа өҫтөнә чебуректы төшөрәбеҙ. Үтә ныҡ ҡайнар майҙа бешермәгеҙ, юғиһә фарш сей ҡалыуы ихтимал. 

Һаҡ ҡына икенсе яғын әйләндерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас