Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
17 Января 2022, 12:05

Тирене генә түгел, организмды ла таҙарта

#Һаҡмар_рецептар Сәйер рецепт. Әммә бик файҙалы. Дауаланыу курсының яртыһына етеүгә бит тиреһе тап-таҙа булып ҡалыр! Ә тәнегеҙ ебәк кеүек шыма булыр.  

Шулай уҡ эс ҡатыу проблемаһын оноторһоғоҙ. Быуындар һыҙламай ҡалыр. Юҡ-барға тирләмәй башларһығыҙ! 

Бының өсөн аптеканан ҡайын дегетен (берёзовый дёготь) һәм пипетка һатып алығыҙ. Йоҡларға ятырҙан алда икмәкте бәләкәс кенә итеп ҡырҡып алығыҙ ҙа унда 5 тамсы дегет тамыҙығыҙ. Тиҙ-тиҙ генә сәйнәп йота һалығыҙ. Башта ныҡ тәмһеҙ булыр, аҙаҡ өйрәнеп китерһегеҙ. 

Икенсе көндө 6 тамсы тамыҙығыҙ. Ошолай берәр тамсылап өҫтәп, 10-ға тиклем алып барып еткерегеҙ. 10 тамсыны тамыҙған икмәкте 2 аҙна дауамында ашағыҙ. Унан йәнә 1-әр тамсылап кәметегеҙ. 5 тамсыға барып еткәс, йәғни 24 көн үткәс, туҡтатырһығыҙ! 

Дегетле икмәкте ашағандан һуң артынан бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай. Ә бына ҡара икмәкме әллә ағымы -- уныһы мөһим түгел. Иң мөһиме, 24 көн дауамында туҡтап ҡалырға ярамай. 

Бындай процедураны йылына ике тапҡыр ғына ҡабатларға ярай. 

Мәғлүмәт өсөн: 

Ҡайын дегете – майлы, ҡап-ҡара, ауыр еҫле шыйыҡса. Ул микробтарға, паразиттарға ҡаршы көрәшә, антисептик булараҡ билдәле...
Ҡайын дегете менән был ауырыуҙарҙы дауаларға мөмкин: 

- хроник ангина,
- һыу сәсәге,
- сәс ҡойолоуынан,
- тирегә бәшмәк сыҡһа,
- гангрена,
- бронхиаль астма,
- оҙаҡ бөтәшмәгән тропик сей яралар,
- һары ауырыу  һ.б. һ.б. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алданынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас