Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
16 Января 2022, 10:55

Шәнгә

#Һаҡмар_рецептар Һүрәттәге кеүек шәнгә бешерергә теләк бармы? Улайһа, әйҙә!

Ҡамыр өсөн ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 120-150 мл йылы һыу, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк була. 

Эслек өсөн 300 гр йомшаҡ ҡына эремсек, 200-250 гр сыр алына. 

Шәнгәнең өҫтөнә һөртөү өсөн 1 йомортҡа туҡыла. 

Онға шәкәр, әсетке, тоҙ, ҡаймаҡ, йылы һыу өҫтәп, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Ҡасырҙы баҫҡас, үҫемлек майы өҫтәп, яҡшылап тысҡып алабыҙ. Унан йылы урынға 1-әй сәғәткә ултыртып торабыҙ.  

Эслек өсөн йомшаҡ ҡына эремсекте алып, блендер аша үткәрәбеҙ ҙә, тоҙ өҫтәйбеҙ. 

Ҡалҡып сыҡҡан ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп әүәләйбеҙ. Унан пергамент һалынған форма өҫтөнә һалып, 15 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Унан йәнә берҙе әүәләп, ситяғын туҡылған йомортҡа менән майлайбыҙ. Уртаһына эремсек һалып, өҫтөнә сыр һибәбеҙ. Йәнә 15-20 минуттай ултырып торһон.  

Әҙер шәнгәләрҙе 180-200 С эҫелектәге духовкала 15 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас