Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
15 Января 2022, 03:10

Йылмайып ҡына ... аша

Иртәнге ашҡа фәрештәләр ҡанат ҡаға...

Мин иртәнсәк ашамайым ул... Ошо һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ, үҙебеҙ ҙә әйтәбеҙ. Ә бит организмға иң файҙалы ашау ваҡыты - ул иртәнге аш. Был ваҡытта ашағандан тәнгә май ҙа ҡунмай, барыһы ла энергия, көс өсөн китә. 

Шулай итеп, тәүҙә бер стакан йылы һыу эсеп алығыҙ. Уға бер балғалаҡ бал өҫтәһәгеҙ, бик күп кәрәкле витаминдар ҙа алырһығыҙ, тире һығылмалығы һаҡланыр. Унан иртәнге ашты әҙерләгеҙ. Тик йылмайып ҡына! Был аҙыҡҡа ыңғай энергия бирер. Иртәнсәк нимә ашарға һуң? Йәнегеҙ теләгән барыһын да. Сөнки алда оҙон көн, көс кәрәк буласаҡ. Тик ас ҡарынға әфлисун, башҡа цитрус һуттарын эсмәгеҙ. Ас ҡарынды улар яндыра. Бер аҙ ашап алғас була. Төрлө бутҡалар, йомортҡа ризыҡтары, ҡоймаҡ, сырниктар, хатта кистән бешерелгән ашты йылытып ашау ҙа кәйефегеҙҙе күтәрер. Кофе яратҡандар өсөн был яратҡан мәл. Иртәнсәк бар өйгә таралған кофе еҫенән үк йылмая башлайһың. Ә ашағанда мотлаҡ йылмайып, онотолоп, йылмайып ашаһаң, бар көнгә кәйеф алырһың. Мәшәҡәттәр, эштәреңде онот! Иртәнге ашҡа фәрештәләр үҙҙәре ҡанат ҡаға, тиҙәр. Шулай булғас иртәнге ашыңды бер мәшәҡәткә лә алмаштырма. Иртәнге сәйҙәребеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас