Тоҙло кәбеҫтәне, тоҙо бик әсе булһа, йыумағыҙ - бик күп витамины һәм микроэлементтар йыуыла. Ҡулланыр алдынан ныҡлап һығығыҙ ҙа тәменә ҡарап шәкәр һәм тоҙланмаған кәбеҫтәне ѳҫтәп турап һалығыҙ.
Арпа ярмаһын башта айырым бешереп, шунан ғына ашҡа һалып ебәрһәгеҙ, ашығыҙ тиҙерәк ѳлгѳрѳр.
Ашты уттан алғанға тиклем уға аҙ ғына кишер, помидор һәм кәбеҫтә һуты ҡойоғоҙ - тәмле лә, файҙалы ла булыр.
Турамаға картуф һалырға уйлаһағыҙ, уны иң аҙаҡтан ғына турап ҡушырға кәрәк, сѳнки картуф бѳтә йәшелсәләргә ҡарағанда ла тиҙерәк боҙолоусан.
Йәшелсәләрҙе һалҡын һыу менән генә йыуығыҙ. Йылы һыу тәмен боҙа. Салатҡа тигән йәшелсәне әрсемәй бешерегеҙ.
Һурпағыҙ тоҙло булһа, марляға тѳрѳп ярты стакан дѳгѳ йәки тары ярмаһы тѳшѳрѳгѳҙ ҙә ҡабат ҡайнатығыҙ.