+18 °С
Дождь
«МОМЕНТ» салаты
Ингредиенттар:
- 300 гр краб таяҡтары
- 400 гр пекин кәбеҫтәһе
- 1 башлы һуған
- 150 гр консервалағы кукуруз
- 2 ҡыяр
- 250 гр ҡаты сыр
- 1 аш ҡалағы лимон һуты
- 1/3 балғалаҡ шәкәр
- 50 гр сухари
- 150 гр майонез
Пекин кәбеҫтәһе менән ҡыярҙы һаламлап, краб таяҡтарын, сырҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ.
Һуғанды шаҡмаҡлап турап, шәкәрле лимон һутында маринадлайбыҙ. 10 минут тирәһе тотор кәрәк.
Тәрән табаҡта барлыҡ ингридиенттарын һалып, майонез ҡушып болғатабыҙ.
Өҫтәлгә ултыртыр алдынан өҫтөнә сухари һалып бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!