Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Января 2022, 15:15

Байрам табынына

Бөгөн бит Иҫке Яңы йыл! Тимәк, яҡындарыбыҙҙы тәмле-татлы аш-һыу менән ҡыуандырабыҙ. Башланыҡ!

8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 400 г бәшмәк, тоҙ кәрәк. Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ. Бешкән йәки маринадланған бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Помидорҙарға ошо фаршты тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, духовкала 10-15 минут бешерегеҙ.

Өҫтәлдәребеҙ мул булһын, яныбыҙҙа йән һөйгәндәребеҙ булһын! Яңы йылдар ҡот-бәрәкәт алып килһен! Һәр кемебеҙ ғәләмәт бәхетле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас