Файҙалы кәңәштәр
12 Января 2022, 13:10

Һәр ашҡа яңы тәм биреп була

Кипкән сырҙан бына тигән тәмле ризыҡ әҙерләргә була...

*Һәр ашҡа яңы бешкән тәм биреп була. Бының өсөн уға томат йәки ҡаймаҡ соусы һалып, 5 – 8 минут йылытырға кәрәк. Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирәләр.

*Иртән йәки кисен ҡалған бутҡаларҙан пудинг, кәтлит, запеканка, ҡоймаҡ әҙерләргә мөмкин.

*Кистән бешкән макарон ҡала, тип һис тә хафаланмағыҙ. Уны иртән майлы табаға һалығыҙ ҙа, туҡылған йомортҡа, бер семтем тоҙ өҫтәп, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибегеҙ. Алтынһыу төҫкә ингәнсе духовкала йәки мейестә бешерегеҙ.

*Кипкән сырҙан бына тигән тәмле ризыҡ әҙерләргә була. 0,5 см ҡалынлығында ҡырҡылған сырҙы туҡылған йомортҡаға манығыҙ ҙа, уға сохарый онтағы йәки он һибегеҙ. Шул килеш эҫе майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас