Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
10 Января 2022, 10:37

Ялҡауҙар бәлеше

Был бик тәмле бәлеште бер тапҡыр бешерһәгеҙ, мотлаҡ йәнә бешерергә теләк уяныр. яҡындарығыҙ ҙа битараф ҡалмаҫ, моғайын. 

Ябай ҙа, тиҙ ҙә бешә торған бәлеш. Артыҡ әллә ни ҙә кәрәкмәй уны бешереү өсөн. 

Шлуай итеп, бәлешкә 3 йомортҡа, 1 стакан ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, 0,5 балғалаҡ тоҙ, семтем сода (һүндерергә кәрәкмәй), 1 стакан онда бергә ҡушып болғатабыҙ. 

Ҡамырҙың яртыһын формаға ҡоябыҙ. Унан эслекте һалабыҙ.

Ә эслекте былай эшләйбеҙ: фаршты ҡурып алабыҙ ҙа, һуған, помидор, йәшелсә ҡушып йәнә ҡурабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. 

Духовкала ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ. 

Әйткәндәй, эслекте үҙегеҙ теләгәнсә үҙгәртә алаһығыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас