Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
8 Января 2022, 12:00

Һынамыштар

Мейестә утын шартлап янһа –...

Ғинуар ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр. Әгәр ғинуарҙа ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер. Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.

Ғинуарҙа һыйыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер. Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.

Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер.

Ғинуарҙа тауыш шаңдауы булып яңғырау ишетелһә – сатнама һыуыҡтарға. Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара. Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.

Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуа.

Көн аяҙ матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.

Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға. Ут дөрләп янһа – әсе һыуыҡтарға, насар һөрәһә – көндөң епшеүенә. Торба шаулаһа – әсе һыуыҡтарға.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас