+15 °С
Облачно
Һыҙланыуҙарҙан ғазапланһаң, түбәндәгене эшләр кәрәк:
Торманы ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алыр кәрәк.
Унан стакандың өстән бер өлөшөн ҙур аш ҡалағы бал һәм ҙур аш ҡалағы спирт менән болғатырға.
Унан кизе салфеткаға иҙмәне манып, һыҙлаған урынға боҫлама эшләргә. Ошолай килеш төнгөлөккә ҡалдырып торорға кәңәш ителә.
Шуныһы, был дауаны ҡулланған саҡта аяҡты өшөтөргә ярамай. 10 көн был процедураны ҡабатлағандан һуң, һыҙланыу баҫылып ҡалыр.
Һау-сәләмәт бул! Һыҙланыуҙар һине урап үтһен!