+30 °С
Облачно
Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре ҡоро ағзалары тарафынан иғлан ителгән "Ашъяулыҡ" проекты буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ бөгөн ҡомалаҡтан нисек итеп сүпрә - әсетке эшләүҙе күрһәттек. Ҡомалаҡ сүпрәһенән бешкән икмәк бик тәмле. Ҡомалаҡ сүпрәһе , ҡомалаҡ үҙе лә һаулыҡ өсөн бик файҙалы.
Үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәре тураһында беҙгә күп шылтыраталар, кәңәш һорайҙар, тәҡдим итәләр. Йәш килендәргә, хужабикәләргә, ҡыҙҙарға ярҙамыбыҙ тейгән икән, проекты хуплайҙар икән. Беҙ шатбыҙ, рәхмәт, тип хәбәр итә ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Әнүзә Мәжитова.