Файҙалы кәңәштәр
6 Января 2022, 09:05

Бик тәмле ҡамыр

Был ҡамырҙан бешергән тәмлекәстәр ауыҙҙа иреп тороуы менән айырыла...

1 стакан һалҡын һөт, 1 стакан ҡайнар һыу, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 стакан көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы әсетке, он алына.

Ҡамыр баҫырға һәм өҫтөн ябып һыуытҡысҡа яҡынса 40 минутҡа ҡуйып торорға. Был ҡамырҙан бәлеш, пицца һәм бөйөрөктәр бешерергә була.

Аштарыбыҙ мул һәм тәмле булһын!

Г. Салихова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас