Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
5 Января 2022, 17:16

Һырҙарҙан... баллы эремсек

#Һаҡмар_кәңәшитә Был рецепты ҡулланып, таңға күҙ төбөндәге һырҙарҙан ҡотолоп була. Шуныһы, тәүге үҙгәреште беренсе тапҡыр ҡулланғандан һуң күрергә була.

Уны күҙ төбөнә патча формаһында һыларға кәңәш ителә. Ошолай иткәндә маска ҡалдыҡтары күҙгә инмәй. 

Рецепт буйынса 1 балғалаҡ бал, 1 балғалаҡ эремсек кәрәк була. 

Эремсек менән балды бергә яҡшылап бутайбыҙ. Тигеҙ масса килеп сығырға тейеш. Унан икегә бүләбеҙ ҙә, һәр ҡайһыһын бинт йә марляға төрәбеҙ. 

Хәҙер инде масканы патча кеүек итеп күҙ аҫтындағы тирегә һалабыҙ. Боҫламаны 20 минуттай тотабыҙ.

Хәҙер инде боҫламаны ипләп кенә ысҡындырып алабыҙ. Күҙҙе ҡаты булмаған сәй менән йыуып алабыҙ. Сәй урынына ромашка төнәтмәһен дә, йылы һөттө лә ҡулланырға мөмкин. 

Был ябай масканы аҙнаһына 2 тапҡыр ҡулланһағыҙ, күҙ тирһендәге һырҙар тураһында оноторға тура киләсәк.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас