Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
5 Января 2022, 18:35

Ите - иткә, һурпаһы - биткә, ҡойҡаһы - һөйәккә

Халҡыбыҙҙың аш-һыуға бәйле йолалары байтаҡ. Был күркәм йолаларҙы халыҡ үҙе тергеҙә, ни бары хәтер яңыртып, үткәнебеҙгә байҡау яһау ҙа етә. Әле бына бөгөн баш ите бешерҙем дә, хәтирәләргә бирелдем:

Халҡыбыҙҙың аш-һыуға бәйле йолалары байтаҡ. Был күркәм йолаларҙы халыҡ үҙе тергеҙә, ни бары хәтер яңыртып, үткәнебеҙгә байҡау яһау ҙа етә. Әле бына бөгөн баш ите бешерҙем дә, хәтирәләргә бирелдем. Ҡәҙерле кешеләребеҙ - бейемем дә, әнейем дә - яҙға сығыу менән, баш ите араһына эре генә итеп картуфын турап, һурпаһына ярма һалып, балаларын тәмле генә баш ашына ҡунаҡҡа йыйып алырҙар ине. Әле килеп халҡыбыҙҙың был күркәм йолаһының тәрбиәүи әһәмиәте ни тиклем көслө булғанына тағы бер инанам: әтей-әнейҙәрҙең был йоланы үтәүе - үҙҙәре иҫән саҡта балаларын бергә туплап, балаларының, уларҙың балаларының бергә аралашыуын, туғанлыҡ ептәренең ныҡ булыуын теләүҙәренән булған икән. Баш ашына яҙға сыҡҡас саҡырышыуҙың тағы ла бер файҙалы яғы - ҡыштан һуң организмдың витаминдарға мохтаж сағында һаулыҡты нығытыу. "Ите - иткә, һурпаһы - биткә, ҡойҡаһы - һөйәккә" тип ололар юҡҡа ғына әйтмәгән. Тик хәҙер беҙ яҙҙы көтөп тормайбыҙ, баш итенән, теленән төрлө ризыҡтар бешерәбеҙ. "Ашаһаң халадис, булырһың маладис" тип, мин дә бөгөн "һелдерләк-холодец" эшләнем, ресторандарҙа ҡиммәтле ризыҡ һаналған тел һәм һурпаһына перловка һалып, ҡоротлап йә лимон һуты ҡушып эсеүгә бик тәмле аш килеп сыҡты. Хатта ейәнсәрем дә😍 маҡтап-маҡтап, яратып ашаны😋, рәхмәттәрем балаҡайыма❤️. Оҙайлы ялдарыбыҙҙы файҙалы ризыҡтар ашап, саф һауала күберәк йөрөп, туғандар менән аралашып үткәрәйек! Берҙәмлектә - көс!

Гүзәл Итбаева.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас