Был салатҡа 200 гр краб таяҡтары, 4 бешкән йомортҡа, 1 башлы һуған, 1-2 кишер, 4 аш ҡалағы дөгө ярмаһы, 1 банка консерваланған кукуруз, 5-7 зәйтүн емеше, тәменә ҡарап тоҙ, ҡара онталған борос, майонез алына.
Башта барлыҡ ингpедиенттарҙы әҙерләп алығыҙ. Йомортҡа менән кишерҙе бешерегеҙ, һыуына торһон. Дөгөнө йыуып, тоҙло һыуҙа бешереп алығыҙ. Унан һөҙөп ҡуйығыҙ.
Кpаб таяҡсаларының ҡабығының ҡыҙыл яғын һыҙырып алып, ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ.
Ә бына аҡ өлөшөн бысаҡ менән турап, табаҡҡа һалығыҙ. Шунда уҡ һыуы һарҡытылған кукуpузды оҙатабыҙ. Бешкәр дөгөнө лә ҡушыр кәрәк. Йомортҡаны турап һалығыҙ.
Ике йомортҡаның ағын айырып алып, ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә ситкә һалып тороғоҙ. Ул беҙгә аҙаҡ кәрәк буласаҡ.
Һуғанды ваҡлап турағыҙ ҙа ҡайнар һыуҙа бешереп алығыҙ. Һыуын һарҡытып, табаҡтағы ингpедиенттарға өҫтәгеҙ.
Салатты тоҙлап, борослап, майонез өҫтәп, яҡшылап болғатығыҙ.
Хәҙер салатты биҙәргә сират етте. Һай тәрилкәгә бейәләй формаһын яһап һалығыҙ. Бейәләйҙән сығып торған юлбарыҫ башын эшләргә лә онотмағыҙ.
Бейәләйҙең өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән ҡыҙыл краб таяҡсаларын һалып сығығыҙ. Ә юлбарыҫ башын ҡырғыстан үткәрелгән кишер менән ҡаплағыҙ.
Юлбарыҫтың күҙен ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағы һәм маслина менән эшләгеҙ. Ҡолаҡтарын, танауын, ҡара һыҙыҡтарҙы ла маслина менән эшләргә кәрәк. Сикәһен йомортҡа ағынан, мыйыҡтарын нәҙек таяҡ итеп ҡырҡылған сырҙан эшләргә була. Ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағынан бейәләйҙең ситен биҙәргә була.
Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!
Етеп килгән Яңы йыл менән!