Майлы ҡамыр онтағынан (песочное тесто) эшләнә был торт. Уны 70 гр шәкәр, 250 гр он, 130-150 гр аҡ майҙан эшләйҙәр.
Кремға 500 гр ҡаймаҡ, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы крахмал, 50 гр аҡ май, 1 ҡап ванилле шәкәр, 150 гр шәкәр алына.
Табаҡҡа 250 гр он, 70 гр шәкәр, 150 гр аҡ май һалабыҙ.
Аҡ майҙы үтә ныҡ йомшартмаҫ кәрәк, сөнки ул ҡырғыстан үткәрелә. Идеалда туңдырғысҡа 15 минутҡа һалып торор кәрәк.
Ҡырғыстан үткәрелгән майҙы он һәм шәкәр ҡушып ыуып алабыҙ. Онтаҡтар барлыҡҡа килергә тейеш.
Ҡоро табаға онтаҡты һалып, алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ.
Кремды әҙерләргә сират етте. Кәстрүлгә йомортҡа һытып туҡыйбыҙ, унан шәкәр, ванилле шәкәр ҡабын һәм крахмал өҫтәйбеҙ. Барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. Хәҙер инде 500 гр ҡаймаҡ өҫтәп, йәнә яҡшылап туҡырға кәрәк.
Кремды һүрән утҡа ултыртабыҙ. Ҡуйырғансы болғатып торор кәрәк. Ҡуйырған эҫе кремға 40-50 гр аҡ май һалып, яҡшылап болғатабыҙ.
Тәрилкәнең аң аҫҡфы ҡатламына онтаҡты һалабыҙ. Ҡалын булмаһын. Унан өҫтөнә эҫе кремды һалабыҙ. Унан ҡатлы тортты ошолай дауам итәбеҙ. Онтаҡтың өҫтөнә крем ҡойоп барабыҙ. иң өҫкө ҡатта крем булырға тейеш. Үҙегеҙ яратҡан шоколад онтағы менән биҙәйбеҙ.
Һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, табынығыҙ күркәм булһын!