Файҙалы кәңәштәр
28 Декабря 2021, 07:16

"Бунито" салаты

Яңы йыл табынына был салатты эшләһәгеҙ, табынығыҙ күрке булыр!   

250 гр тауыҡ ите

3-4 йомортҡа 

125 гр корейса кишер 

100 гр ҡаты сыр

30 %-лы майонез (тәменә ҡарап) 

тәменә ҡарап тоҙ, биҙәр өсөн йәшелсә. 

Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Һыуынғас, ваҡ киҫәкләп турайбыҙ. Салат һауытының аҫтына итте теҙәбеҙ. Уның өҫтөнә корейса тоҙланған кишер теҙелә. Кишерҙе турар кәрәк. Майонез һылар кәрәк. 

Киләһе ҡат -- ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр + майонез.

Йомортҡаны әрсеп, ағын һарыһынан айырып алабыҙ. Ағын ваҡ ҡырғыстан үткәреп, дүртенсе ҡатты эшләйбеҙ. Шулай уҡ өҫтөнә майонез һөртөлә.

5-се ҡат -- ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа һарыһы.

Был ҡатҡа майонез һыламайбыҙ. өҫтөн йәшелсә менән биҙәйбеҙ ҙә - шул еткән. "Бунито" салаты әҙер!

Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас