Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
22 Декабря 2021, 11:20

Зефирҙан торт

Яңы йыл табынынын торт менән һәр кем дә биҙәргә теләйҙер, моғайын. Бына уны алдан бешерергә ваҡыт була әллә юҡ. Шуға ла беҙ уны быйыл зефирҙан эшләйек. бер сәғәттә әҙер ҙә булыр. 


Был мөғжизәле торт өсөн 1 кг зефир, 1,5 стакан шәкәр, 2 йомортҡа, 1 стакан һөт, 300 гр аҡ май, 6 үҙегеҙ теләгән печенье кәрәк була. 

 

Йомортҡаны шәкәр менән туҡыйбыҙ ҙа һөт ҡушабыҙ. Унан һүрән утта болғата-болғата ҡуйырғансы бешерәбеҙ. Ҡайнап сығырға тейеш түгел! 

Килеп сыҡҡан кремды һыуытып, өҫтөнә йомшартылған аҡ майҙы ҡушабыҙ. Унан миксер менән туҡыйбыҙ. 

Ванилле зефирҙы ҡоймаҡ кеүек өскә бүлеп ҡырҡҡылайбыҙ. 

Тәрилкәгә башта зефирҙы, унан крем, + печенье онтағын + зефир һ.б. ҡатлап-ҡатлап һалып сығабыҙ. Иң өҫтә печенье онтағы булырға тейеш. 

Тортты сәтләүек онтағы йә ҡырғыстан үткәрелгән шоколад менән биҙәйбеҙ. 

Әҙер тортты һыуытҡыста 12 сәғәт һаҡлар кәрәк. 

Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ күркәм булһын! 

Етеп килгән Яңы йыл менән! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас