Ҡайһы бер балдаҡ-алҡаларҙың бәхетһеҙлек килтергәнен беләһегеҙме? Ниндәй биҙәүес әйберҙәренән һаҡланырға кәрәк?
Табып алған беләҙек, балдаҡ, алҡалар бәхет килтермәйәсәк. Уның киреһенсә булыуы ихтимал. Таҡһағыҙ ҙа ул кешенең барлыҡ сир-зәхмәттәре һеҙгә күсәсәк.
Ломбардта алтын биҙәүестәрен арзанға ғына һатып алып була, тиҙәр. Ләкин шуны онотмағыҙ – кеше яҡшы тормоштан уларҙы тапшырмай. Бындай биҙәүестәргә элекке хужаларының хәсрәте, күҙ йәштәре һеңгән була. Шунлыҡтан ломбардтан алмаҫҡа тырышығыҙ.
Биҙәүестәрҙе яман ниәт менән бүләк итеүселәр ҙә бар. Әгәр инде уларҙы тағып та үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ – тиҙ арала сисегеҙ. Һеҙгә бүләк итеп биреүсенең яҡшы ниәт менән бирмәгәнен аңларға мөмкин.
Ҡайһы бер ғаиләлә быуындан-быуынға күсеп килгән биҙәүестәр ҙә бар. Был бик яҡшы. Уларҙы һаҡлыҡ һәм ҙур хөрмәт менән тағырға кәрәк. Уларҙы һатырға йәки сит кешегә бүләк итергә ярамай. Юғиһә, уңышты, һаулығығыҙҙы “һатып” ебәрергән кеүек буласаҡ. Ундай биҙәүес әйберҙәре быуындан-быуынға күсергә тейеш.
Фото интернеттан алынды.