+19 °С
Дождь
- Ҡәйнәм 80 йәшен үткәндә лә битендә һырҙар юҡлығы менән аптырата ине. Серен һораһаң: “Кер һабыны менән йыуынам”,-тиер ине. Мин дә йыуынып ҡараным. Әммә кер һабыны биттең тиреһен ныҡ киптерә бит. Ысында ла уның менән йыуыныу рецебы бармы? Булһа, гәзиткә баҫығыҙ әле, зинһар.
- Авторҙың үтенесе буйынса был матурлыҡ серен таптыҡ. Тире йәшәрһен өсөн битте аҙнаһына 1-2 мәртәбә (йышыраҡ ярамай) кер һабыны менән йыуырға кәрәк. Тик бынан һуң биткә мотлаҡ балалар кремы йәки үҫемлек, һыйыр майы һөртөргә кәрәк. Әйткәндәй, йәйгеһен тире ҡояшта бешкәндә лә кер һабыны һылау ярҙам итә. Был тиренең ҡыҙарыуынан һәм күпереүенән ярҙам итә.