Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Декабрь 2021, 17:12

Йәшел сәй - һырҙан

Йәшел сәйҙе эсеп бөтөргә ашыҡма. Унан һырҙарҙы бөтөрә торған шәп маска эшләп була. 

Был масканы 6-8 аҙна дауамында 3-4 көн һайын эшләп торорға кәңәш ителә. Унан эффект һаҡланһын өсөн аҙнаһына 1-2 тапҡыр эшләп тор. 

 

Рецепт:

1 аш ҡалағы онталған йәшел сәйҙе (пакетлыһы тағы ла яҡшыраҡ), 1/2 аш ҡалағы какао, 1 балғалаҡ иретелгән бал, 80 градус эҫелектәге һыу кәрәк була. 

Шулай уҡ маскаға яратҡан эфир майын тамыҙырға ла була. Лимон һуты, йогурт, һөт өҫтө, зәйтүн йә миндаль майын, Е витаминын да ҡушырға мөмкин. 

Йәшел сәйҙе какао порошогы менән бутарға кәрәк. Ҡуйы ғына бутҡа килеп сығырға тейеш. 

Маска бер аҙ һыуынғас, бал ҡушып болғат. Унан таҙартылған бит тиреһенә һөртөп, 20 минуттай тот. унан һалҡынса һыу менән йыуып төшөр. 

 

Матурлыҡ һинең юлдашың булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: