Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
20 Декабря 2021, 09:32

Баҡсаһында ананас та бар, мандарин да бар

-

Әбделкәрим ауылынан Сәғирә Ғәбитованың үҙенсәлекле баҡсаһы тураһында күп яҙғаныбыҙ бар. Уның бәләкәй генә баҡсаһында үҙебеҙҙең яҡҡа хас емеш ағастарынан тыш көньяҡта ғына үҫкәндәре лә бар. Бөгөн ананас, мандарин, лимон, гранат һәм башҡа ағастары гөрләп сәскә атып, емешетәре менән һөйөндөрә. Бөгөн уларҙың күптәре емешкә тулыланып, өлгөрөп тә килә инде. Ғәбитовтар яңы йыл табынына үҙҙәре үҫтереп алған мандариндарын ҡуясаҡ.

Ысынын әйткәндә, уңған хужабикәнең тылсымлы ҡулдарынан емеш бирмәгән ағас юҡ, сәскә атмаған гөл юҡ. Боростарҙың ғына ла бында тиҫтәнән ашыу төрө бар. Шундай уңған ханымдарға ҡарап һөйөнәбеҙ һәм ҡыуанабыҙ.  

Баҡсаһында ананас та бар, мандарин да бар
Баҡсаһында ананас та бар, мандарин да бар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас