Һаҡмар
+31 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
19 Декабря 2021, 09:40

Яңы йыл табынына ҡыярҙан шәп ҡабымлыҡ!

#Һаҡмар_рецептар Иҫ китмәле тәмле лә, шул уҡ ваҡытта табындың күрке булып торған был ҡабымлыҡты эшләр өсөн 3 ҙур булмаған ҡыяр, 100 гр аҡ майлы сыр, 50 гр аҙ тоҙло (малосольный) сөмбөл балыҡ, бер аҙ укроп, бер нисә тамсы лимон һуты, 1 балғалаҡ зәйтүн майы, семтем ҡара борос онтағы кәрәк була. 

Иҫ китмәле тәмле лә, шул уҡ ваҡытта табындың күрке булып торған был ҡабымлыҡты эшләр өсөн 3 ҙур булмаған ҡыяр, 100 гр аҡ майлы сыр, 50 гр аҙ тоҙло (малосольный) сөмбөл балыҡ, бер аҙ укроп, бер нисә тамсы лимон һуты, 1 балғалаҡ зәйтүн майы, семтем ҡара борос онтағы кәрәк була.

Ҡыярҙы йоҡа пластина итеп ҡырҡып сығабыҙ. Сөмбөл балыҡты ваҡ итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа аҡ сыр менән бутайбыҙ. Шунда уҡ укроп, борос, лимон һутын һәм май ҡушып ебәрәбеҙ.

Ҡыяр пластинкаларын һуҙып һалып сығабыҙ. Шаҡмаҡ килеп сығырға тейеш. Унан осона бер аҙ сырлы ҡатнашманы һалып, рулет итеп төрәбеҙ.
Үткер бысаҡ менән киҫәктәргә ҡырҡып сығырға ғына ҡалды.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас