+10 °С
Облачно
Һуғанды кемдер һыулы банкаға ултыртып үҫтерә. Бындай осраҡта һеҙ тиҙ генә йәшел һуғанлы буласаҡһығыҙ. Әммә был юл менән үҫтерелән һуған тиҙ серей, шуға уны тотошлай һыуға тығырға ярамай.
Тупраҡта үҫтергәндә, һуған баштарын бер-береһенә терәтеп ултыртығыҙ. Был тупраҡты экономиялауҙан тыш, ҡуйы, йәшел һуғандар алыуға булышлыҡ итәсәк. Иң отошлоһо уны еүеш бысҡы вағына ултыртыу һәм үҫтереү. Бындай һуғандар серемәй.