Файҙалы кәңәштәр
13 Декабря 2021, 06:13

Иммунитетыңды нығыт!

Был рецепты ҡулланғанда икенсе көндә үк тырнаҡ һыныуынан туҡтар, күҙ төбөнөң ҡарайып торғаны юғалыр, йөҙөң асылып, яҡтырып киткәндәй тойолор.  Рецепт сайтта. 

300 гр һөт, 3 аш ҡалағы "Геркулес", 1 банан, 1 аш ҡалағы бал кәрәк була. 

 

3-4 ҡалаҡ геркулес алып, өҫтөнә һөт ҡойола. Унан блендер менән иҙелә. Ошонда уҡ иҙелгән банан, бал өҫтәлә. Аҙаҡ ҡолған һөттө ҡушырға кәрәк була.

Был эсемлекте әҙерләгәндә ҡоро ярма алырға тырыш, бешкән бутҡала витаминдар кәмерәк була.

Әҙер эсемлекте шунда уҡ эсергә кәңәш ителә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас