Файҙалы кәңәштәр
13 Декабря 2021, 11:00

Французса ит

Яңы йылға әҙерлекте дауам итәйек. Бөгөн байрам өҫтәленә французса ит бешерергә тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн кәрәк:

Добавить в предпочтительные источники Google

Яңы йылға әҙерлекте дауам итәйек. Бөгөн байрам өҫтәленә французса ит бешерергә тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн кәрәк: 500 гр тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып, уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре, тоҙ, борос өҫтәп яҡшы итеп болғатабыҙ һәм уны ситкә алып торобыҙ.Ни өсөн һөт ҡушырға, тиһәгеҙ, ул  фаршты һутлы, йомшаҡ итә.
Табаны майлап, иң тәүҙә 5-6 эре картуфты нәҙек кенә итер турап йәйәбеҙ, сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ. Уның өҫтөнә 3-4 баш һуғанды түңәрәкләп ҡырҡып теҙәбеҙ. Ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты тигеҙ итеп һалып сығабыҙ . Һуңынан 2-3 помидорҙы түңәрәкләп теҙеп, тағы ла ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы ҡаймаҡ, йә майонез менән бергә бутап һылайбыҙ. Сыр бөтә ризыҡты ҡаплап, бығып бешергә тейеш.

Беҙҙең аш 170-180 градуслы мейестә 1 сәғәт тә 20 минут тирәһе бешә. Өҫтө артыҡ ҡыҙармаһын тиһәгеҙ, фольга менән ҡаплап ҡуйырға була.
Иҫ киткес тәмле, туҡлыҡлы, батшалар һыйы әҙер!

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева