Иң тәүҙә йәшәү режимыңа күҙ һал. Кеше сәләмә тормош алып барыу өсөн тәүлегенә кәм тигәндә 7-8 сәғәт йоҡларға тейеш. Әммә ҡайһы бер факторҙар арҡылы был сәғәттә йоҡо туймауы ла ихтимал. Был факторҙарға стресс, туҡланыу һәм экология менән проблема, көн режимының боҙолоуы тәьҫир итеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә йоҡоһоҙлоҡ кеүек һәм башҡа (рекламалағы кеүек "Только встала, уже устала") проблемалар ҡалҡып сыға. Түбәндәге биоҡушылмалар ҡайһы саҡ ярҙам итеп ҡуя.
5-HTP. Был матдәлә аминокислоталар менән бай. Ул серотонин (“бәхет гормоны”) һәм мелатонин (“йоҡо гормоны”). 5-HTP препаратын йоҡлар алдынан эсһәң, тынысланып ҡына ҡалмайың, тиҙерәк йоҡлап та китәһең. Шулай уҡ таңға тиклем рәхәтләнеп йоҡлап алырға була.
B12 витамины. Нервы күҙәнәктәре өсөн бик файҙалы. Шунлыҡтан мейе яҡшыраҡ эшләй башлай һәм шунлыҡтан кейе тиҙерәк йоҡлап китә ала. Бынан тыш B12 витамины мелатонин эшкәртеп сығарырға ярҙам итә.
L-теанин. Был матдә йәшел сәй япраҡтарында күп була. Шуға ла исемендә лә "сәй" тигән һүҙ бар. Теанин тынысланырға, кәрәк булмаған уйҙарҙан арынырға ярҙам итә. Шуға ла йоҡлап китеү еңелерәк бирелә.
ГАМК (GABA). ГАМК-ты эсеү организмға стрессты еңелерәк үткәрергә, нервыларҙы тынысландыра, борсолоуҙан ҡотҡара, йоҡлап китергә ярҙам итә.
Магний. Магний кеше органдары өсөн бик кәрәк матдә. Йөрәк, скелет һәм башҡаларҙың эшмәкәрлегендә ярҙам итә. Магний етмәгәндә нервы системаһы ҡаҡшай, йоҡоһоҙлоҡ ҡаҡшата башлай, тиҙ генә хәл бөтә, иғтибарлылыҡ кәмей, баш ауыртыуҙары йышая.