Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
12 Декабря 2021, 05:00

Ҡабыҡтарҙан - ҡайнатма һәм кәнфит!

Нисек ҡулланһағыҙ ҙа, ҡыш уртаһында әҙерләгән ҡайнатма өйөгөҙҙә тәмле еҫ сығарып һөйөндөрөр...

500 грамм ҡабыҡты оҙонсалай йә шаҡмаҡлап турағыҙ ҙа, һыуға һалып ҡуйығыҙ 3 көнгә. Тик һыуын алмаштырып тороғоҙ. Был ҡабыҡтарҙың әсеһе сыҡһын өсөн эшләнә. Артабан 400 грамм шәкәргә әҙерәк һыу өҫтәп сироп эшләгеҙ. Сироп әҙер булғас, ҡабыҡтарҙы һалып 30 минут ҡайнатығыҙ. Болғатып тороғоҙ. Унан утты һүндерегеҙ һәм ун сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Артабан тағы 40 минут ҡайнатып алығыҙ. Ҡайнатма әҙер! Эҫе ҡабыҡтарҙы дуршлагҡа һалып һарҡытып, айырым ашарға була. Был үҙенә күрә тәмле кәнфит буласаҡ. Ә хуш еҫле сиробын сәйгә ҡушып эсергә була. Нисек ҡулланһағыҙ ҙа ҡыш уртаһында ҡайнатҡан ҡайнатма өйөгөҙҙә тәмле еҫ сығарып һөйөндөрөр.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас