Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Декабрь 2021, 19:27

Яңы йыл табынына мандаринлы һәм шоколадлы кекс

#Һаҡмар_рецептар Был матур ғына кексты әҙерләү өсөн 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 семтем тоҙ, 3 йомортҡа, 150 гр аҡ май, 20%лы 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 стакан он, 2 балғалаҡразрыхлитель, 2 мандарин, 50 гр шоколад, тәменә ҡарап ванилин кәрәк була.  

 

Шәкәргә йомортҡаны, бүлмә температураһындағы аҡ майҙы ҡушып, яҡшылап туҡыйбыҙ. Унан ҡаймаҡты, иләнгән ондо, разрыхлитель, ванилин өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ.

Мандаринды таҙартып, киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә һәр ҡайһыһын 2-3 бүлеп ҡырҡҡылайбыҙ. Шоколадты ваҡ ҡына итеп һындырабыҙ.

Туралған мандарин менән шоколадты ҡамырға өҫтәп, ипләп кенә болғатабыҙ.

Әҙер ҡамырҙы майлы формаға һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкаға 40 минутҡа оҙатабыҙ. Өҫтө ҡыҙарып сығырға тейеш.

Хәҙер инде үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә генә ҡалды.

Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ татлы булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: