Профилактика өсөн рецепт:
*Кипкән әлморондо ĸoфемoлĸала онтап алығыҙ йә ит турағыстан үткәрегеҙ
* Әҙер массаны 5–6 аш ҡалағы алып, ҙур
булмаған кәстрүлгә һалығыҙ. Унан өҫтөнә 3 стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ.
* Был кәстрүлде һыулы ҙурыраҡ кәстрүлгә ултыртығыҙ һәм һыу боҫонда 10-15 минут бешерегеҙ. Мәле-мәле менән болғатып торор кәрәк.
* Унан ҡапҡас ябып, һыуығанын көтөгөҙ.
Әҙер төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр берәр стакан эсегеҙ. 15 минут үткәндән һуң ярты стакан эт еләген (толокнянка) төнәтмәһен эшләп эсергә кәңәш ителә. Был төнәтмәне былай итеп эшләгеҙ: 3 аш ҡалағы эт еләген 3 стaкaн эҫе һыу
менән болғатып, 20 минуттай һүрән утта ҡайнатыла.
Бөйөрҙө таҙартыу өсөн рецепт:
* ҡайнап һыуытылған 1 стакан һыуға 1 аш ҡалағы онталған һәм кипкән пол-пала үләнен һалығыҙ ҙа һыу парында 15 минут тотоғоҙ.
* ошо ваҡыт үткәс, плитәнән алып, 2-3 сәғәт төнәтегеҙ. Әҙер төнәтмәне һөҙөп алығыҙ. Унан ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3 тапҡыр 1-2 ай дауамында эсегеҙ.