Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
6 Декабря 2021, 17:01

Остеохондроздан... лавр япрағы

#Һаҡмар_дауалай Арҡаң ауыртамы? Бәлки һиндә остеохондроздыр. Тимәк был рецепт һинең өсөн. 

Остеохондрозды беҙҙә ҡатыу тиҙәр. Ҡатыуың әллә ҡасанғы булһа, аптеканан алған дарыуҙар ярҙам итмәһә, тап лавр япрағынан эшләнгән шифалы май ярҙамға киләсәк.

Рецепттар:

1) Лавр майы. 1 стакан зәйтүн майына 1 аш ҡалағы ваҡлап туралған лавр япрағын һалып, йылы урында 15 көн төнәт.
Әҙер май менән ауыртҡан урынды төнгә ҡарай ыуыр кәрәк. Унан төрөнөп йоҡларға ят.

2) Төнәтмә. 1 балғалаҡ лавр онтағын 1,5 стакан ҡайнар һыуға һал. Термоста 4 сүғәт төнәт. Унан һөҙөп, был төнәтмәне әҙ-әҙләп 12 сәғәт дауамында эс. Дауаланыу курсы 4 көн.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Арҡағыҙ һеҙҙе һис тә борсомаһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас