Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
4 Декабря 2021, 12:00

Яңы йылға әҙерләнә башлайбыҙ

Мөғжизәле байрамда яҡындарығыҙҙы нимәләр менән һыйлаясаҡһығыҙ? Һеҙҙең өсөн бер нисә тәмле рецепт. Әҙерләп ҡарағыҙ, үҙегеҙ ҙә, яҡындарығыҙ ҙа һөйөнөр.

Тәмле салат

Ике сөгөлдөр, ике кишер, 200 г сыр, яртышар стакан йөҙөм һәм грек сәтләүеге, 1 бүлкәт һарымһаҡ, 3 салат япрағы йәки бер ус петрушка, самалап тоҙ, борос алына.

Бешмәгән кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ һәм уға йөҙөмдө ҡушып болғатабыҙ. Салат һауытына һалабыҙ һәм өҫтөнә майонез йәки ҡаймаҡ һөртәбеҙ. Икенсе ҡат: ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр һәм ваҡланған грек сәтләүеге. Тағы майонез йә ҡаймаҡ һөртәбеҙ. Артабанғы ҡат иҙелгән һарымһаҡ ҡушылған, эре ҡырғыстан үткәрелгән сыр. Өҫтөн майонез менән һылағас, өҫтөнә салат япраҡтары йәки петрушка турап һалабыҙ. Ябай һәм бик тәмле салат әҙер.

Әфлисунлы тауыҡ боттары

4 тауыҡ бото, 2 әфлисун, 3-4 аш ҡалағы ҡаймаҡ йәки йогурт, тәмләткестәр (орегано, куркума, һ.б.), 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, самалап тоҙ, борос алына.

Тауыҡ боттарын йыуып, киптереп, тәмләткестәр һәм бер әфлисундың ҡабығын урта ҡырғыста үткәреп, ярты әфлисундың һутын һығып, ҡаймаҡ йә йогуртҡа болғап, өс сәғәткә һыуытҡысҡа маринадлау өсөн ҡуйып торорға. Табаны үҫемлек майы ҡойоп ҡыҙҙырырға. Унда ҡабығы менән туралған бер әфлисунды һәм тауыҡ боттарын һалып ике яҡлап 3-5 минуттай тотабыҙ. Артабан духовканың майлы табаһына ярты әфлисундың бүлкәттәрен, өҫтөнә тауыҡ боттарын һалабыҙ. 170 градусҡа ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ. Өҫтөнә әфлисун һуты, туралған укроп-петрушка һибеп, өҫтәлгә ҡуябыҙ.

Тултырылған өйрәк

Бер өйрәк, 4-5 алма, 50 г грек сәтләүеге, 50 г йөҙөм, 1 сәй ҡалағы корица, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 1 сәй ҡалағы ҡара борос, 1-2 сәй ҡалағы ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән имбирь, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы лимон һуты, самалап тоҙ кәрәк була. Йыуып киптерелгән өйрәкте эсле-тышлы тоҙ менән ышҡып сығабыҙ. Лимон һуты, имбирь, иҙелгән һарымһаҡ, борос, үҫемлек майын ҡушып, бергә болғайбыҙ. Уның менән өйрәктең эсен-тышын һөртөп сығабыҙ. Алмаларҙың эсен алып ташлап 4 өлөшкә бүләбеҙ. Уға ваҡланған грек сәтләүеген, йөҙөмдө, корицаны ҡушып болғатабыҙ һәм өйрәктең эсенә һалабыҙ. Эслек тышҡа сыҡмаһын өсөн өйрәкте теш таҙартҡыс менән ҡыҫтырабыҙ йә тегеп ҡуябыҙ. Артабан өйрәкте рукав эсенә һалабыҙ һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡыс эсенә ҡуябыҙ. Өйрәкте оҙағыраҡ тотҡан һайын ул яҡшы итеп маринадлана һәм ите йомшаҡ, тәмле була. Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ һәм өйрәкте ҡуйып 75 минут бешерәбеҙ. Унан ипләп кенә өйрәкте рукавтан сығарып, тышы алланғансы тағы 15-20 минут тотабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас