+29 °С
Болотло
Ингредиенттар:
150 гр дөгө
1-2 япрағы нори
1-2 шт ҡыяр
1 шт авокадо
Дөгөнө ғәҙәттәгесә бешереп алалар. Унда нори япрағын һаламлап турап һалабыҙ ҙа бутайбыҙ.
Ҡыярҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шулай уҡ авокадо менән балыҡты таҙартып турайбыҙ.
Хәҙер инде салатты ҡатлап һалырға ваҡыт етте. Башта дөгөнө, унан эремсекле сырҙы һалабыҙ. Хәҙер ҡыярға, балыҡҡа сират етте. Шулай уҡ икенсегә барыһын да ҡабатлайбыҙ: сыр➔авокадо➔дөгө➔балыҡ. Кунжутты өҫтөнә һибәбеҙ.
Табынға биргәндә өҫтөнә соя соусын һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

