Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
21 Ноября 2021, 11:12

Мармелад

#Һаҡмар_рецептар Был һағыҙ кеүек сәйнәй торған мармеладты 1 пакетик (90 гр) йәшелсә-емеш желеһынан, 30 мл (4 балғалаҡ) желатиндан, 25 мл (3 балғалаҡ) шәкәрҙән, 1/2 балғалаҡ лимон кислотаһынан, 130 мл ҡайнар һыуҙан (йомшағыраҡ булһын тиһәгеҙ 200 мл һыу алығыҙ) эшләргә була.

 

Был һағыҙ кеүек сәйнәй торған мармеладты 1 пакетик (90 гр) йәшелсә-емеш желеһынан, 30 мл (4 балғалаҡ) желатиндан, 25 мл (3 балғалаҡ) шәкәрҙән, 1/2 балғалаҡ лимон кислотаһынан, 130 мл ҡайнар һыуҙан (йомшағыраҡ булһын тиһәгеҙ 200 мл һыу алығыҙ) эшләргә була.

Барлыҡ ҡоро ингредиенттарҙы табаҡҡа һалып, ҡайнар һыу менән болғатабыҙ. Һүрән утҡа ҡуйып, болғай-болғай бешерәбеҙ.

Килеп сыҡҡан массаны силикон формаға ҡалаҡлап һалып сығабыҙ. Унан һыуытҡысҡа 10 минут тирәһенән ултыртып торабыҙ. Күберәккә лә мөмкин. Мармелад ҡатҡас, форманан ысҡындырып алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас