Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
8 Ноября 2021, 05:15

#Һаҡмар_рецептар

“Көҙгө” салат 5 кг кәбеҫтә, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг болгар боросо, 350 гр шәкәр, 4 аш ҡалағы (өймәләмә) тоҙ, 0,5 л 9%-лы аш һеркәһе, 0,5 л үҫемлек майы. Кәбеҫтә, һуған, боросто турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Иғтибар итегеҙ: кәбеҫтәне ыуаламайбыҙ, ә барыһын бергә һаҡ ҡына болғатабыҙ. Шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе һәм үҫемлек майы өҫтәп йәнә бутайбыҙ. Әҙер баҫтырып банкаларға тултырабыҙ. Өс көндән ҡапҡас ябып, һыуытҡысҡа ултыртып ҡуябыҙ. Был салат күпме генә һаҡланһа ла тәмен юғалтмай. Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтә 2 кг кәбеҫтә, 1 ҡыяр, 2 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 болгар боросо. Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, болгар боросон ваҡ итеп турайбыҙ, эре ҡырғыстан кишерҙе үткәрәбеҙ ҙә барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. 3 литрлыҡ банкаларға тығыҙ итеп тултырабыҙ ҙа ҡайнар маринад ҡоябыҙ. Кәбеҫтә өсөн маринад: 1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәләмә), өймәләмә 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы 70%-лы аш һеркәһе. Ғәҙәттә, 1 литр маринад 3 литрлыҡ кәбеҫтәгә тап-таман була. Ашар алдынан кәбеҫтәгә туралған һуған менән үҫемлек майы ҡушып болғатһаң, бигерәк тә тәмле була. Был кәбеҫтәне лә һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Шуға ла үтә ныҡ күп әҙерләмәгеҙ. Оҙаҡ түгел бит, ашап бөткәс, тағы яһарға мөмкин.

Көҙгө” салат

5 кг кәбеҫтә, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг болгар боросо, 350 гр шәкәр, 4 аш ҡалағы (өймәләмә) тоҙ, 0,5 л 9%-лы аш һеркәһе, 0,5 л үҫемлек майы.

Кәбеҫтә, һуған, боросто турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Иғтибар итегеҙ: кәбеҫтәне ыуаламайбыҙ, ә барыһын бергә һаҡ ҡына болғатабыҙ. Шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе һәм үҫемлек майы өҫтәп йәнә бутайбыҙ. Әҙер баҫтырып банкаларға тултырабыҙ. Өс көндән ҡапҡас ябып, һыуытҡысҡа ултыртып ҡуябыҙ. Был салат күпме генә һаҡланһа ла тәмен юғалтмай.

 

Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтә

2 кг кәбеҫтә, 1 ҡыяр, 2 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 болгар боросо.

Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, болгар боросон ваҡ итеп турайбыҙ, эре ҡырғыстан кишерҙе үткәрәбеҙ ҙә барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. 3 литрлыҡ банкаларға тығыҙ итеп тултырабыҙ ҙа ҡайнар маринад ҡоябыҙ.

Кәбеҫтә өсөн маринад: 1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәләмә), өймәләмә 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы 70%-лы аш һеркәһе. Ғәҙәттә, 1 литр маринад 3 литрлыҡ кәбеҫтәгә тап-таман була.

Ашар алдынан кәбеҫтәгә туралған һуған менән үҫемлек майы ҡушып болғатһаң, бигерәк тә тәмле була. Был кәбеҫтәне лә һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Шуға ла үтә ныҡ күп әҙерләмәгеҙ. Оҙаҡ түгел бит, ашап бөткәс, тағы яһарға мөмкин.

Автор:Зульфия Саитова
Читайте нас