Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Ноября 2021, 10:54

3 ноябрь - Табикмәк көнө

Бөгөн табикмәк, ҡалын ҡоймаҡ, күпермә көнө билдәләнә. Тәмле ризыҡ, шулай бит! Әйҙәгеҙ, табикмәк (оладьи) рецептары менән уртаҡлашайыҡ.  Уларҙың ҡайһы берҙәре сайтта...

Табикмәк (оладьи) - уны икенсе берәүҙәр ҡоймаҡ, тәйекмәк, күптермә тип тә йөрөтә. Нисек кенә аталмаһын, табикмәк борондан тәмле тип һаналған икмәк ризыҡтарының бер төрө булған.
Тарихына бер аҙ күҙ һалайыҡ. Башта ул крәҫтиәндәр ризығы булған. Ошо рәүешле улар ондо аҙыраҡ сарыф иткәндәр.
Кемгә нисек, әммә табикмәк, ҡоймаҡ еҫе мине бала сағыма, өләсәйемдең өйө күҙ алдына килеп баҫа.

Төшкә лә табикмәк инә. Мәҫәлән, төштә ҡоймаҡ ҡойһаң, тормошта һеҙ һаҡсыл буласаҡһығыҙ. Әгәр инде һеҙ ҡоймаҡты һуған менән ҡойһағыҙ, уйланырға урын бар. Һеҙҙең тормошоғоҙҙа дуҫ булмаған кешеләр бар, улар һеҙҙе насарлап һөйләйҙәр. Әгәр һеҙ төшөгөҙҙә ҡоймаҡ ашаһағыҙ, яҡындарығыҙ менән күңелле темаға һөйләшеү булыр.

Борон заманда ҡоймаҡты махсус рецепт менән эшләгәндәр. Ҡамырға мотлаҡ май
менән йомортҡа ҡушҡандар. Әҙер ҡалын ҡоймаҡты ҡаймаҡ менән биргәндәр. Тора бара ҡаймаҡты ҡайнатма, һәр төрлө джем, бал кеүек татлы ризыҡтар менән бергә биргәндәр. Ҡамырға ла башҡа төрлө ингридиенттар ҡушҡандар. Шулай уҡ сәтләүек, повидло, йәшелсә-емештәр кеүек һәм башҡаларҙы ҡуша башлайҙар.

Табикмәк әле лә халыҡ араһында киң популярлыҡ яулай бара. Һәр ил үҙенә генә хас рецепты ҡулланыла. Иң шәп сироптар һәм джем менән бирелә.

Шулай ҙа кефир менән әҙерләнгән табикмәккә береһе лә етмәй. Кефир әсеүе була, тиҙ генә табикмәк ҡойорға мөмкин буласаҡ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас