Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Октябрь 2021, 15:31

“Беҙҙең киленде” нисек эшкә ҡушырға?

-

Беҙҙең киленде” нисек эшкә ҡушырға?

Кер йыуыу машинаһын, ғәҙәттә, “беҙҙең килен” тип йөрөтәләр. Шулай булмай ни – керҙәреңде һалаһың да, йыуылып сыҡҡанын ғына көтөргә ҡала. Тик шуныһы – ул ҡәҙерләп, ипле эш иткәнде ярата. Уның өсөн түбәндәге бер нисә ҡағиҙәне күҙәтергә кәрәк.

Кәрәгенән артыҡ күп кер йыуыу порошогы һалмағыҙ. Порошок күберәк булған һайын яҡшыраҡ йыуа, тигән ҡараш дөрөҫ түгел. Уның күләме кейемде таҙартыуға йоғонто яһамай. Ә бына барлыҡҡа килгән күбек һыу ағыҙыу системаһына кәртә ҡуя. Артыҡ порошок йыуыу стеналарына йәбешеп тороп ҡала. Һуңынан ул ҡатып толроп ҡаласаҡ. Һөҙөмтәлә, керегеҙ насар йыуыласаҡ. Ҡул менән йыуыу өсөн тәғәйенләнгән порошоктарҙы ла ҡулланмағыҙ – улар машинаның ғүмерен “ҡыҫҡарта”.

Эске кейемдәрҙе һәм носкиларҙы махсус тоҡтарҙа йыуырға кәрәк. Уларҙан өҙөлөп сыҡҡан ваҡ йөндәр, деталдәр барабан араһына тығылыусан.

Бер юлы күп кейем тултырмағыҙ. Беренсенән, кер насар йыуыласаҡ. Икенсенән, эске бактың подшипниктары эшлектән сығасаҡ.

Мамыҡ менән етен туҡыманан әҙерләнгән кейемдәрҙе йыуғанда барабандың 3/4 өлөшөн тулдырырға.

Синтетик әйберҙәрҙе ярты барабанлыҡ итеп тултырырға мөмкин

Йөндән тегелгәндәрҙе 1/3 өлөшөн ҡапларлыҡ итеп һалығыҙ.

Кер йыуыу машинаһының фильтрын ваҡыты-ваҡыты менән таҙартып тороғоҙ.

Машинаның үҙенә бер аҙ һеркә ҡойоп, юғары температурала машинаны буш килеш әйләндереп алығыҙ.

Эшләмәгән сағында машинаның ишеген асып, елләтеп тороғоҙ.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: