Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
29 Сентябрь 2021, 17:10

Тултырылған ҡабаҡ

Ҡабаҡтан тиҙ генә әҙерләнә торған аш-һыу әҙерләйек әле.Уның өсөн кәрәк: 2 йәш ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 стакан һыу, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он,  тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Ҡабаҡтан тиҙ генә әҙерләнә торған аш-һыу әҙерләйек әле.

Уның өсөн кәрәк: 2 йәш ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 стакан һыу, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он,  тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Һуғанды ваҡлап турайбыҙ һәм уны көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунда уҡ үткәрелгән итте лә өҫтәйбеҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһыһалып, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ. 


Ҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ.
Килеп сыҡҡан "һауыт"ҡа эслек тултырабыҙ.
Соус әҙерләйбеҙ: помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ. 
Тултырылған ҡабаҡты майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. 180—200 градус эҫелектә 30-40 минут бешереп алабыҙ. Өҫтөнә туралған йәшелсә япраҡтары һибергә мөмкин.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: