Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Сентябрь 2021, 12:00

Картуфтарығыҙҙы алып бөттөгөҙ бит инде...

Беҙҙе ҡаҡшатҡан колорадо ҡуңыҙҙарына ҡаршы бик уңай ваҡыт етте. Уның өсөн яп-ябай ғына ысул ярҙам итәсәк.

Баҡсалағы картуфтарҙы күптән ҡаҙып алып бөткәнһегеҙҙер инде. Беҙҙе ҡаҡшатҡан колорадо ҡуңыҙҙарына ҡаршы бик уңай ваҡыт етте. Уларҙы юҡ итеү өсөн бер нисә кәңәш бирәбеҙ:

    1. Картуфты ит турағыс аша үткәрергә лә уға ағыу ҡушып болғатып, консырва һауыттарына һалып, баҡсала бер нисә урынға ҡуйырға кәрәк.

    2. 1 стакан мочевинаны 2 литр һыуҙа иретеп, яҡшы итеп болғатырға һәм уға картуфты ваҡлап турарға. Уларҙы ла бәләкәс һауыттарға һалып, баҡсала урынлаштырырға.

Был “һыйҙарҙы” аҙна һайын алмаштырып торорға кәрәк. Тик шуныһы – күршеләрегеҙ менән бергә һөйләшеп, яҙлы-көҙлө шул процедураларҙы эшләгәндә, һөҙөмтә яҡшыраҡ булыр.

Фото интеренттан.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: